Эстәлеккә күсергә

Фазылова Флорида Сәлим ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
16:39, 30 апрель 2024 өлгөһө; Ryanag (фекер алышыу | өлөш) ("Фазылова, Флорида Салимовна" битен тәржемә итеп төҙөлгән)
(айырма) ← Алдағы өлгө | Ағымдағы өлгө (айырма) | Киләһе өлгө → (айырма)

Фазылова Флорида Сәлим ҡыҙы — Рәсәй филология фәндәре кандидаты, ТТӘИ әҙәбиәт ғилеме бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәре, башҡорт шиғриәте өлкәһендә белгес, 11 томда «М.Кәрим әҫәрҙәренең тулы йыйынтығын» төҙөүсе, ғалим-тикшеренеүсе.

Биографияһы

1962 йылдың 12 декабрендә Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы Оло Үтәш ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. 1970 йылда Оло Үтәш башланғыс мәктәбенә уҡырға инә. 1970 йылдан уҡыуын Еҙем-Ҡаран урта мәктәбендә дауам итә.

1980 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә, һөнәре — филолог, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. 1985 йылда БДУ-ны тамамлай һәм белгес дипломын ала.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген Өфө ҡалаһының 1-се мәктәп-интернатында (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты) тәрбиәсе булараҡ башлай.

1987 йылдың сентябренән 1990 йылдың ғинуарына тиклем «Ленинец — Ленинсы» гәзите редакцияһында корректор вазифаһын башҡара. 1990 йылдың февралендә «Йәшлек» республика йәштәр гәзите хәбәрсеһе итеп күсерелә. 1990 йылдың апреленән 1990 йылдың авгусына тиклем "Совет Башҡортостаны" (хәҙерге "Башҡортостан") гәзите редакцияһы хәбәрсеһе.

1990 йылдың сентябренән Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр вазифаһында эшләй.

2021 йылдың 30 ноябрендә Флорида Фазылова ҡапыл вафат була, үлем сәбәптәре аныҡланмай[1].

Библиографияһы

Наградалары

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең өлкән ғилми хеҙмәткәре, әҙәбиәт ғилеме бүлегенең филология фәндәре кандидаты. Фазылова Флорида Сәлим ҡыҙы Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Мостай Кәримдең иҫтәлеген мәңгеләштереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт Хаты менән бүләкләнгән (Өфө, Республика Йорто, 2020 йылдың 27 ноябре).

Иҫкәрмәләр

  1. Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр archive-url=, должен задаваться и параметр archive-date=, и наоборот. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ]. Дата обращения: 13 декабрь 2021.